Европала Италия премьер-министрының үткән йәй һәм үткән ял баҫылған ике
яҙмаһын тикшерәләр - уның артында торған Евроберләшмә флагының юҡҡа сығыуын
күреп, төрлөсә фараз ҡоралар.
Бәлки, Маттео Ренцо быны итальян евроскептиктары 4 декабрҙә үтәсәк
референдумда үҙе тәҡдим иткән конституция реформаһы өсөн тауыш бирер тигән өмөт
менән эшләгәндер.
Халыҡ-ара даирәләрҙә референдумды Британиялағы илдең Евроберләшмәнән
сығыуына ҡағылышлы плебисциты менән сағыштыралар.
Әгәр реформа хупланмаһа, Ренци хөкүмәт башлығы посынан отставкаға китеүе лә
ихтимал.
“Төньяҡ лига”
оппозиция фирҡәһе башлығы Маттео Сальвини был посты биләргә әҙер булыуы хаҡында
белдергән дә инде. Был турала ул шәмбе көн Флоренцияла уң үҙәктәгеләрҙең
митингыһында белдергән.
Сильвио Берлускониҙың “Алға, Италия,” Беппе Гриллоның “5
йондоҙ”он да индереп, оппозициялағы бөтә фирҡәләр ҙә Ренци реформаһына “Юҡ” тип
әйтергә өндәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий