Рәсәй президенты Владимир Путин һәм АҠШ президенты
итеп һайланған Дональд Трамп дүшәмбе көн телефон аша хәбәрләште. Кремль матбуғат
хеҙмәте хәбәр итеүенсә, улар икеһе лә әлеге Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәрен
ҡәнәғәтләнерлек түгел тип баһаланы һәм араларҙы яҡшыртыу өсөн әүҙем эш алып
барырға, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте конструктив йүнәлештә ҡорорға килеште.
“Путин һәм Трамп уртаҡ “беренсе номерлы дошман”-
халыҡ-ара терроризм һәм экстремизмға ҡаршы көрәштә көстәрҙе берләштерергә кәрәк
тигән фекерҙә. Сүриә хәлдәрен яйға һалыу мәсьәләләре тураһындағы әңгәмә лә шул
юҫыҡта барҙы,”-тип хәбәр ителә.
Бынан тыш Рәсәй лидеры һәм Америка миллиардеры телефон
аша бәйләнеште дауам итергә, артабан осрашып һөйләшеүҙе лә күҙ уңында тоторға булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий