Йәкшәмбе көн Евроберләшмә сит ил эштәре министрҙары, төп
союздаштары менән мөнәсәбәттәрҙең үҙгәреү ихтималлығын күҙ уңында тотоп, киске
табын артына йыйылды. Дональд Трамп еңгәндән һуң, министрҙар нимәгә әҙер торорға
ла белмәй, шуға күрә улар Брюсселгә дүшәмбегә тәғәйенләнгән сит ил эштәре
буйынса ЕС Советына бер көн алда килергә булған.
Мирослав Лайчак, Словакия сит ил эштәре министры:
“АҠШ-тың коммерцияға нигеҙләнгән аҙымдарҙы хуп күрәсәген беҙ аңлайбыҙ,
беҙгә иһә интеграцияны көсәйтеү сараһын күрергә кәрәк. Һайлауҙар һөҙөмтәһе һәм
беҙҙең АҠШ менән эшләргә әҙер тороуыбыҙ бәхәс тыуҙырмай.”
Британия ашығыс рәүештә ҡоролған табындан баш тартты. Форин-офис башлығы
Борис Джонсон уны кәрәкһенмәне һәм Аҡ Йорттоң теләһә ниндәй администрацияһы
менән дә эшләргә әҙер булыуын белдерҙе. Бынан алда ул Европа дипломаттарын
Трамптың АҠШ президенты итеп һайланыуы айҡанлы “мыжымаҫҡа” саҡырғайны.
Федерика Могерини, ЕС-тың тышҡы сәйәсәте буйынса баш комиссары:
“Ҡайһы берәүҙәр Европала Британияның бында юҡлығына түгел, ә ҡайһы саҡта 28
дәүләт табыны артында булыуына аптырай. Евроберләшмәнең һәм АҠШ-тың киләсәктәге
мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы дискуссияла ЕС-тан сығырға әҙерләнгән дәүләттең
ҡатнашмауы нормаль күренеш тип уйлайым.”
Эфи Кутсокоста, “Евроньюс”:
“Күпселек сит ил эштәре министрҙары уртаҡ табын артында
осрашыуҙың мөһим түгеллеген иҫбат итергә тырышһалар ҙа ҡайһы бер журналистар, Трамптың
еңеүе сәбәпле, уны “ҡоттар алынған саҡта ҡоролған табын” тип атаны. Күпселек
сит ил ведомство башлыҡтары АҠШ-тың яңы халыҡ-ара сәйәсәте йүнәлешен көтһә лә,
мөмкин булған фекер айырымлыҡтарына, мәҫәлән, Рәсәйгә ҡарата, борсолоуын
йәшермәй. Әйтергә кәрәк, был мәсьәлә буйынса ЕС-тың үҙендә лә берҙәмлек юҡ.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий