воскресенье, 13 ноября 2016 г.

Көньяҡ Корея: Сеулда демонстрацияға сығыусылар президенттың отставкаға китеүен талап итә.


 Сеулда, республика президенты Пак Кын Хеның отставкаға китеүен талап итеп, халыҡ демонстрацияға сыҡты. Ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡала урамдарына 850 мең кеше сыҡҡан. Полиция иһә 250 мең кеше һанаған. Халыҡтың 5 проценты ғына президент яҡлы, 90 проценты уның эшенә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр иҫәбендә.

“Бөгөн бында Корея профсоюздар конфедерацияһы ағзалары ғәләмәт күп, уның тарихында был тәүге шундай хәл, беҙ президенттың отставкаға китеүен һәм уны һаҡ аҫтына алыуҙы талап итер өсөн йыйылдыҡ.”

“Мин президент администрацияһының оставка китеүен талап итәм, улар заманында йәшәү кимәле бермә-бер түбәнәйҙе. Айырым алғанда, һүҙ эшсе класы хаҡында бара. Дәүләт идаралығы эше хөртәйҙе. Бөтә нәмә монополиялар ҡулында, шуға күрә мин үҙемде бында, кешеләр янында яҡшыраҡ тоям.”

Пак Кын Хе әхирәте Чхве Сун Силь арҡаһында ғауға уртаһында тороп ҡалған. Силь, президентҡа йоғонтоһонан файҙаланып, үҙе менән бәйле фондтарға ҙур корпорацияларҙан иғәнәләр күсерткән тип баралар. Пак Кын Хе Силгә дәүләт эштәренә ҡыҫылырға рөхсәт иткән, йәғни, әхирәтенә мөһим ҡағыҙҙарҙы биреп, сығыш тестарына үҙгәрештәр индерергә һәм шул рәүешле ил сәйәсәтенә йоғонто яһарға мөмкинлек биргән тип шикләнәләр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий