суббота, 12 ноября 2016 г.

H5N8: осар ҡоштар үлемесле вирус алып килгән.


Европа илдәрендә “ҡош киҙеүе- H5N8 штаммы таралыуҙан хәүефләнәләр.
Австрияның Боден күле янында бер нисә тиҫтә һәләк булған ҡош - башлыса өйрәктәр табылған.

Бынан һуң киҙеү бер ҡошсолоҡ фермаһында ла табылған - унда меңдән ашыу тауыҡ юҡ ителгән.

Ферма хужалары финанс юғалтыуы кисереүҙән ҡурҡа, сөнки оҙаҡламай Раштыуа яҡынлаша.

-Ғәҙәттә был бик килемле осор. Ә беҙгә меңдән ашыу ҡош-ҡортто юҡ итергә тура килде. Физик йәһәттән дә, мораль яҡтан да ауыр был, хәҙер уның иҡтисади йәһәттән ауырлығын иҫәпләйһе ҡалды,-тиҙәр улар.

Бер нисә көн элегерәк Венгрияның ҡошсолоҡ фермаһында ла шундай уҡ саралар күрергә мәжбүр булғандар. Хорватия һәм Польшанан да H5N8 киҙеүе йоғоуы хаҡында мәғлүмәттәр бар.

Ғалимдар фекеренсә, Европаға штамм осар ҡоштар менән килгән. Ул ифрат тиҙ таралыуы һәм ҡоштарҙы тулыһынса һәләк итеүе менән билдәле.

Кеше өсөн, алынған мәғлүмәттәр буйынса, ул ҡурҡыныс тыуҙырмай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий