Бер нисә йөҙ мигрант Сербия баш ҡалаһының үҙәк урамдарына ҡаршылыҡ
акцияһына сыҡты. Евроберләшмә бер йыл элек үҙ сиктәрен япҡаны бирле улар бында.
Мигранттар йә Хорватияға, йә Венгрияға юл тоторға теләй. Хорватия сиге
яҡын, Белградтан унда ҡәҙәр 130 км.
Ибраһим Афғанстандан ҡасҡан:
“Сербияла беҙҙең
проблемаларыбыҙ күп, бөтә ҡасаҡтар ҙа Хорватияға эләгергә теләй. Беҙ Белградтан
унда йәйәүләп барасаҡбыҙ, сик аша үткәреүҙәрен һораясаҡбыҙ.”
БМО мәғлүмәттәре буйынса, Сербияла әле 6 мең легаль булмаған мигрант йәшәй,
улар Евроберләшмә илдәренең береһендә һыйыныу урыны табырға теләй. Сербия
властары иһә мигранттар 10 мең самаһы тип бара.
Комментариев нет:
Отправить комментарий