суббота, 12 ноября 2016 г.

Сүриә оппозицияһын химик ҡорал ҡулланыуҙа ғәйепләйҙәр.


 Кесе йома көн Алеппоның көньяҡ-көнбайыш ситендә табылған шартламаған ариллерия снаряды эсендә химик матдәләр булған. Рәсәй хәрбиҙәре уны зараһыҙландырған һәм Химик ҡоралды тыйыу ойошмаһына оппозиция көстәренең химик ҡорал ҡулланыуына дәлил итеп тапшырырға ниәтләй.

Бынан алда Сүриә киң мәғлүмәт саралары 30 октябрҙәге Алеппоның был районына яһалған химик һөжүм һөҙөмтәһендә ошонда йәшәгән 37 кешенең һәм Сүриә армияһының 2 хәрби хеҙмәткәренең һәләк булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

”Үткәрелгән экпресс-анализ һуғыш ҡоралына ағыулы хлор һәм аҡ фосфор өҫтәлгән булыуын күрһәтте.”


Сүриә властары оппозиция һуғышсыһы төшөргән видеояҙманы баҫтырҙы, раҫлауҙарынса, унда оппозиция һуғышсылары бер-береһе менән атыша. Властар фекеренсә, был кадрҙар дошман лагерындағы хаос хаҡында һөйләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий