пятница, 11 ноября 2016 г.

Иордания короле ҡасаҡтар, ИДИЛ һәм Сүриә мәсьәләһен хәл итеүҙә Рәсәйҙең роле хаҡында.


 Иордания үҙ территорияһында йөҙҙәрсә мең Сүриә ҡасағын ҡабул иткән. Был йөктө ул ауырлыҡ менән тарта, сөнки халыҡ-ара ярҙам етерлек түгел. Шул уҡ ваҡытта короллек үҙе лә һөжүмгә дусар булыуы ихтимал.

 “Евроньюс” каналы, эксклюзив интервью алыу өсөн, Иордания короле Абдалла II ҡунағы булды. Бынан ул интервьюнан төп цитаталар.

Сүриә ҡасаҡтары проблемаһы хаҡында:

 “Беҙ нисәмә йылдар күргәндең бәләкәс кенә өлөшөн европалылар әле яңы тоя башланы. Ҡасаҡтарҙың бәләкәй генә процентына европалыларҙың ҡарашын беҙ күреп торабыҙ. Беҙ был проблема эсендә 5-6 йыл ҡайнайбыҙ, ә башҡалар быны шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул итә.

Беҙгә, был мәсьәләне хәл итеү өсөн, йыл һайын 3 млрд доллар кәрәк. Былтыр был сумманың 28 процентын алдыҡ, быйыл - 35 процентын. Йыл һайын ҡасаҡтарға ярҙам һәм улар менән бәйле инфраструктураны тәртиптә тотоу сығымдарына бюджетыбыҙҙың дүрттән бер өлөшө сарыф ителә.

Әйтеүемсә, ҡасаҡтарҙың 90 проценты лагерҙарҙа йәшәмәй, ә был беҙҙең мәктәп, һаулыҡ һаҡлау системаһына, инфраструктураға көс төшөрә. Сүриәлеләр хеҙмәт баҙарындағы конкуренцияны көсәйтә.

Халыҡ-ара йәмәғәтселек ҙур ярҙам күрһәтә. Әммә быйыл, кәрәк булғандың 35 процентын ғына алған саҡта, Халыҡ-ара валюта фондынан кредит та алған бәләкәй генә илебеҙ ҙур ауырлыҡтар кисерә. Асылда халыҡ-ара йәмәғәтселек беҙҙән йөҙ борҙо.

          Евроньюс: “Элек был регионда АҠШ төп урында ине. Һеҙ әле генә Рәсәй               хаҡында әйтеп үтеп киттегеҙ. Әлеге мәлдә һеҙ уға төп ролде бирәһегеҙме?

          Король Абдалла II: “Һуңғы 5-6 йыл эсендә мин бер үк нәмә хаҡында әйтә               килдем - Сүриә мәсьәләрен хәл итеүҙә Мәскәү төп урынды биләй.”




Комментариев нет:

Отправить комментарий