Ҡушма Штаттар Дональд Трампты, сәйәси тәжрибәһе булмаған һәм ғауғалы
белдереүҙәр менән дан алған кешене, президент итеп һайланы. Киң мәғлүмәт
саралары уның элек һәм һайлау барышында ҡатын-ҡыҙҙарға һәм сит ил кешеләренә
ҡағылышлы тупаҫ һүҙҙәренә ҙур иғтибар бүлде.
Мәҫәлән: “Cибәрҙәр
автоматик рәүештә мине үҙенә йәлеп итә. Мин уларҙы үбә башлайым. Был магнит
һымаҡ. Һин йондоҙ булғас, һиңә ҡаршылыҡ юҡ - теләһә нимә эшләргә мөмкин.”
“Хәлдәр асыҡланғанға ҡәҙәр, Дональд Трамп
мосолмандарға АҠШ-ҡа юлды бөтөнләй ябырға тәҡдим итә.”
“Мексиканлылар беҙҙең эш урындарын, беҙҙең сәнәғәтте,
аҡсаны ала. Улар беҙҙең бөтә нәмәне ала.”
Американлыларҙы был һүҙҙәр ҙә, Трамптың сәйәси
тәжрибәһе булмауы, бизнесмен һәм телетапшырыуҙар алып барыусы булараҡ ҡына
билдәлелеге лә тайшандырманы. Ғәжәбе шул: миллиардер һәм телейондоҙ халыҡ
трибунына, корруацияға батҡан түрәләрҙе һәм яңы либераль капитализмды
тәнҡитләүсегә әүерелде. Типтереп йәшәүсе Дональд Трамп традицион
республиканлылар электоратын ғына түгел, йәшәп килгән хәлдәргә ризаһыҙлыҡ
белдергән халыҡтың киң ҡатламын да нисек үҙ яғына ауҙара алды икән?
“Илебеҙҙең иҫәпкә лә алынмаған, онотолған халҡы
онотолмаясаҡ!”
Трамп һуңғы йылдарҙа, шул иҫәптән Обама 8 йыл
президент булған осорҙа, йәшәү кимәле йылдан-йыл түбәнәйә барған һайлаусыларҙың
күп һанлы тауыштарын йыя алды.
Иҫкә төшөрөп үтәбеҙ: типик өлкән американлының матди
хәле Испания, Кипр кеүек Евроберләшмәнең бик үк бай булмаған илдәрендә
йәшәүселәрҙең хәленән ҡайтышыраҡ. Һуңғы 30-35 йыл арауығында АҠШ-та матди
тигеҙһеҙлек артты ғына.
Сифатлыраҡ аҙыҡ-түлек, йәшәү рәүеше, медицина ярҙамына
эйә булған әлеге шул 1% вәкилдәре ярлы американлыларҙан уртаса алғанда 15 йылға оҙағыраҡ
йәшәй. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, американлыларҙың 14,5 проценты осто-осҡа саҡ
ялғап йәшәй. Америка балаларының 32,2 проценты ошо ярлы ғаиләләрҙә үҫә.
92 миллион американлы - АҠШ-тағы 16 йәштән өлкән
американлыларҙың 37 проценты - статистик эш көсөнә бөтөнләй инмәй, уларҙың эше
юҡ, мәшғүллек үҙәктәрендә лә улар теркәлмәгән.
Дональд Трамп: “Кешеләр
көрсөккә килеп терәлә: улар эш эҙләмәй, уларҙы эшһеҙҙәр исемлегенән һыҙып
ташлайҙар - был мәғлүмәттәр ҙур һәләкәт хаҡында һөйләй. Һуңғы 40 йыл эсендә эшсе
көстәр өлөшө иң түбән кимәлгә төштө. Сәйәсәт түрәләре беҙҙең заводтарҙы емерҙе,
беҙҙең эш урындары Мексикаға, Ҡытайға, донъяның башҡа илдәренә китә. Беҙ һеҙгә
илебеҙҙе кире ҡайтарасаҡбыҙ һәм йәнә бөйөк Америка барлыҡҡа киләсәк.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий