среда, 9 ноября 2016 г.

Трамп - АҠШ-тың яңы президенты.


АҠШ президенты  һайлауҙарында Республика фирҡәһе кандидаты Дональд Трамп еңеп сыҡты.

Халыҡ көтһә лә, демократ Хиллари Клинтон бөгөн үҙенең яҡлылар алдында сығыш яһаманы. Әммә ул, Трампҡа шылтыратып, еңеүе менән ҡотланы.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, Трамп 270-тән ашыу тауыш йыйып еңгән. Бындай һөҙөмтәгә ул Пенсильвания кеүек төп штаттарҙы яулауы арҡаһында ирешкән.

Үҙенең еңеү телмәрендә Трамп бөтә илдәр менән дә мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға һәм, кемгә генә тауыш бирһәләр ҙә, барса американлыларҙың да президенты булырға вәғәҙә бирҙе.

Рәсәй президенты Владимир Путин республиканлыны еңеүе менән ҡотланы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий