вторник, 8 ноября 2016 г.

Марокко клон үҫентеләр иҫәбенә оазистарҙы киңәйтә.


 Тафилальт Марокко Сахараһының көнбайыш өлөшөндә, бында донъялағы иң ҙур оазис урынлашҡан. Климат үҙгәреүе сәбәпле, уның именлеге хәүеф аҫтында  Ил властары уникаль тәбиғәт зонаһын глобаль проект сиктәрендә яҡлауға алды.

Бәшир Сауд, ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ промыслаһы советнигы:

 “Һүҙ күләмле милли программа хаҡында бара. Уникаль экосистеманы һаҡлау, региондың мәҙәни мираҫына иғтибарҙы йәлеп итеү, эш урындары булдырыу өсөн, тотороҡло үҫеште тәьмин итеүсе саралар күҙ уңында тотола.”

Оазистарҙың сәскә атыуы туранан-тура һыуға бәйле. Марокко белгестәре сүллек шарттарында һыуҙы һаҡлау, һыу һибеүҙе оптималләштереү өсөн яңы технологиялар ҡуллана. Оазис тирәһендә ер аҫты һыу һаҡлағыстары, һыу һибеү каналдары селтәре булдырыла, плотиналар төҙөлә.

Мөхәммәт Бусфул, региондың ауыл хужалығы үҫеше директоры:

“Быуаттар буйы беҙҙә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау объекттары һәм ҡоролмалары төҙөлә: эҫе климат шарттарында һыу менән тәьмин итеү һәм һибеү системалары, дамбалар, һыу һаҡлау өсөн яһалма быуалар. Бөтә был гидротехник арсенал “Марокко йәшел төҫтә” планы сиктәрендә киңәйтеләсәк. Беҙҙҙе айырыуса һыуҙы экономиялау, тамсылап һуғарыу кеүек технологиялар ҡыҙыҡһындыра.”

Оазистар, пальма ҡулҡылары үҫһен, киңәйһен өсөн, үҫентеләр кәрәк. Агадир провинцияһында урынлашҡан “Вiougra” лабораторияһы микроклонлау ярҙамында яңы сорт финик пальмалары килтереп сығарған, уларҙың олондары ҡатыраҡ, емештәре тәмлерәк.

Милли агросекторҙы яҡлау программаһы ярҙамында илдә финиктарҙы етештереү 16 процентҡа артҡан. Марокко бер нисә йыл элек пальма ҡулҡыларын киңәйтергә тотондо - 2018 йылға ҡәҙәр илдә 3 миллион ағас ултыртылырға тейеш.



Комментариев нет:

Отправить комментарий