вторник, 8 ноября 2016 г.

Швейцарияла Кипр хәлдәрен яйға һалыу буйынса һөйләшеүҙәр башланды.


Швейцарияла Кипр республикаһы президенты Никос Анастасиадас һәм утрауҙағы төрөк общинаһы башлығы Мостафа Акынджи араһында Кипр мәсьәләләрен яйға һалыу буйынса һөйләшеүҙәр башланды.

Мон-Пелеренға һөйләшеүҙәр башланыуына килгән БМО секретары Пан Ги Мун уның уңышлы булырына ышана. Уңың һүҙҙәре буйынса, ике лидер ҙа һөйләшеүҙәрҙең критик нөктәһенә барып еткән.

 “Кипр проблемаһын хәл итеү мөмкин. Ике община ла уға юғары өмөт бағлай.  Кипр донъя халыҡтарына оҙайлы конфликт тыныс юл менән хәл ителер тигән өмөт бүләк итә,”-тип белдерҙе Пан Ги Мун.

1974 йылда Грецияға ҡушылыу яҡлыларҙың дәүләт түңкәрелешенән һәм шул арҡала утрауға Төркиә баҫып ингәндән һуң, Кипр милли билдәләр буйынса бүленә. Ошо ваҡыттан алып территория грек-кипрлылар йәшәгән Кипр респуликаһына һәм үҙиғлан ителгән Төньяҡ Кипр Төрөк республикаһына бүленә.


Швейцариялағы һөйләшеүҙәрҙә үҙ аллы булып киткән ике дәүләтте бер федерацияға берләштереү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Территориаль бәхәстәр ҙә тыуыуы ихтимал. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий