Һиндостан баш ҡалаһын баҫып алған ҡара һөрөм арҡаһында, Нью-Дели властары өс көнгә мәктәптәрҙе ябырға, төҙөлөш эштәрен туҡтатып торорға,
урамдарға һыу һибергә бойорҙо. Һауалағы диаметры 2,5 микрометрҙан кәм булған
өлөшсәләрҙең тупланмаһы кубометрға 900 микрометрҙан артып китә, был иһә Бөтә
донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдим иткән норманан 90 тапҡыр артыҡ.
Хафаланған ҡала халҡы ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты.
-Мин Делиҙа 30 йыл йәшәйем. Әлеге кеүек хәлдәрҙе күргәнем булманы. Беренсе
ҡатта түҙерлек, әммә өҫкәрәк менһәң - тиҙерәк тайыу яғын ҡарайһың,- ти оло
йәштәге ир.
-Кешеләр шуны аңларға тейеш: беҙҙең балалар ыҙа сигә. Ғөмүмән, барыбыҙ ҙа
ыҙа сигә. Балалар урамға сыға. ағастарға
үрмәләп уйнай алмай. Беҙ ҙур балалар майҙансыҡтары төҙөйбөҙ, тик бала-сағаның
унда барыуын теләмәйбеҙ. Ҡыҙыл кимәлдәге хәүеф иғлан иткәндә, балалар марля
битлектәр менән өйҙә ултыра,-ти бер ҡатын.
Ҡала хөкүмәте кешеләргә урамға сыҡмаҫҡа, эштәрен өйҙә эшләргә тәҡдим итә.
Сәнәғәт объекттарының һәм автомобилдәрҙең күбәйеүе, ҡала тирәһендәге ферма
хужаларының баҫыуҙарҙағы ҡыйҙы күпләп яндырыуы ҡаланы шулай һөрөмгә батырған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий