Емергес “Мэтью”
ғәрәсәтенән һуң, Гаитиҙың 2 миллион самаһы халҡы мохтажлыҡ кисерә һәм
аҙыҡ-түлек етмәүҙән ыҙа сигә.
Гуманитар ойошмалар саң ҡаға, әммә ил президенты Жоселерм Привер бындағы
хәлдәрҙе контролдә тотоуы һәм аслыҡтан һәләк булыуҙарға юл ҡуймаясағы хаҡында
белдерә.
“Ауыл хәжалығы
министрлығы фекере буйынса, ҡышҡа әҙерлекте ошо айҙа уҡ, 2 миллирд гурд, йәғни
30 млн доллар бүлеп башларға, шул рәүешле халыҡты аслыҡтан йолоп ҡалыу сараһын
күрергә кәрәк.”
Һуңғы айҙа Гаитиға 788 тонна аҙыҡ-түлек килтерелгән. Тик ойоштороуҙың насар
алып барылыуы арҡаһында, ярҙам тигеҙ бүленмәй, ә был ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Илдең
көньяғында полиция ике тапҡыр ут асҡан һәм ике үҫмерҙе үлтергән.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ғәрәсәт ваҡытында 546 кеше һәләк булған, ләкин
ҡайһы бер гуманитар ойошмалар, үлеүселәр һаны кәметелгән, тип иҫәпләй. 175 мең
кеше торлаҡһыҙ ҡалған. Иҡтисади зыян 2 миллиард долларға яҡын, был Гаитиҙың 20% эске тулайым продукты тигән һүҙ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий