суббота, 5 ноября 2016 г.

Төркиә: курдтар яҡлы парламентарийҙарҙы ҡулға алыу ҡаршылыҡ акциялары тыуҙырҙы.


Йома көн Төркиәнең иң ҙур ҡалаларында парламенттың курдтар яҡлы "Халыҡтар демократияһы фирҡәһе" депутаттарын яҡлап ҙур демонстрациялар үтте.

Стамбул, Анкара, Анталия, Диярбаҡырҙа полиция демонстрацияла ҡатнашыусыларға ҡарата күҫәктәр, йәш ағыҙыусы газ ҡулланды. Курдтар яҡлы парламентарийҙарҙың ҡулға алыныуы менән бәйле илдә тыйылған "Курдстан эшселәр фирҡәһе" Төркиә властарына ҡаршы көрәште көсәйтергә вәғәҙә бирҙе.

Төркиә интернет-ресурстары хәбәр итеүенсә, Twitter, Facebook һәм WhatsApp онлайн-сервистарына инеү хәҙер мөмкин түгел.

Ҡулға алынған 11 парламентарий, улар араһында Сәләхетдин Демирташ һәм Фиген Юксегдаг та бар, “террористик пропагандала” ғәйепләнә.

Демирташты йомаға ҡаршы төндә үҙ йортонда ҡулға алғандар. Ул был хаҡта Twitter аша хәбәр ебәреп өлгөргән. Анкарала Фиген Юксекдагты ҡулға алыуҙы туғандары видеоға төшөргән.

 Суд ҡарары буйынса, ҡулға алынған парламентарийҙарҙың барыһы ла һаҡ аҫтында.

Йәй башында Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган 150 парламентарийҙың депутат именлеген юҡҡа сығарыусы законды ратификациялағайны.



Комментариев нет:

Отправить комментарий