вторник, 22 ноября 2016 г.

Кипр: төрөктәр һәм гректар утрауҙы берләштереү яҡлы.


 Кипрҙа утрауҙың берләшеүен яҡлап митинг үтте. Унда көньяҡтағы гректар общинаһы ла, төньяҡтағы төрөктәр ҙә ҡатнашты.

Сара Швейцарияла утрауҙы берләштереү хаҡындағы һөйләшеүҙәр барған саҡта үтте. Һөйләшеүҙә Кипр гректары башлығы Никос Анастасиадас һәм Кипр төрөктәре башлығы Мостафа Аҡынджи ҡатнаша.

Кипр 1974 йылда, Грецияға ҡушылыу яҡлыларҙың дәүләт түңкәрелешенән һуң утрауға Төркиә баҫып ингәс бүленде. Кипр территорияһының өстән бер өлөшө Анкара контроле аҫтында ҡалды һәм һуңыраҡ “Төньяҡ Кипр төрөк республикаһы” иғлан ителде.

Утрауҙы берләштереү тураһындағы БМО ҡанаты аҫтындағы һөйләшеүҙәр, туҡталып-туҡталып, бер нисә тиҫтә йыл бара инде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий