среда, 23 ноября 2016 г.

Бәлиғ булмағандарҙың никахы тураһындағы закон проекты төрөк йәмәғәтселеген икегә айырҙы.


Төрөк хөкүмәте, әгәр енәйетсе ҡорбанына өйләнһә, бәлиғ булмағандар менән енси бәйләнешкә ингәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырмауҙы күҙ уңында тотҡан закон проектын кире алды. Президент Эрдоган оппозиция менән консенсусҡа килергә өндәгәс, закон проекты кире алынды. Шуға ҡарамаҫтан, премьер-министр Бинали Йылдырым был уйҙан бөтөнләй төңөлөргә уйламай:

“Бөтә яҡтарҙың да фекерен иҫәпкә алып, закон комиссияла ҡайтанан ҡараласаҡ һәм шуның нигеҙендә ҡарар ҡабул ителәсәк.”

17 ноябрҙә тәүге уҡыуҙан һуң парламент раҫлағас, бәхәсле закон арҡаһында илдә ҡаршылыҡ акциялары башланды. Бәлиғ булмаған баланы көсләгән һәм аҙаҡ уға өйләнгән кеше, демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙан азат ителергә тейеш түгел:

 “Беҙ йәнә бер тапҡыр белдерәбеҙ: парламентта ул закон проекты өсөн тауыш биргән “Үҫеш һәм ғәҙеллек фирҡәһе” депутаттары һәм көсләүселәр был ҡатындар алдында яуап бирәсәк.”

Закон проекты 16 ноябргә ҡәҙәр эшләнгән енәйәттәргә ҡағыла. Закон бер тапҡыр ғына ҡулланыу көсөнә эйә. Премьер-министр һүҙҙәре буйынса, закон ошо хәлдә тороп ҡалған 3 мең кешегә генә ҡағыла:

 “Бәлиғ булғансы өйләнеүселәр бар, улар ҡануниәтте белмәмәгәндәр, бала тапҡандар. Атай булған кеше төрмәгә китә, ә балалар яңғыҙ әсәһе менән ҡала.”

Закон проектын тәнҡитләүселәр, бәлиғ булмаған ҡорбандың риза булыу-булмауын асыҡлау мөмкин түгел, тип бара. Закон кире нәтижәгә алып килеүе ихтимал.

 “Енәйәтселәр һәм көсләүселәр ғаиләләргә янаясаҡ, аҡса тәҡдим итәсәк һәм ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә мәжбүр итәсәк. Бәлиғ булмағандар менән мәжбүри никахтарға нигеҙ һалынасаҡ. Енәйәтселәр өсөн юридик ҡотолоу юлы асыласаҡ,”-ти Ҡатын-ҡыҙҙарҙы көс ҡулланыуҙарҙан һаҡлау ассоциацияһы активисы Фидан Атасәлим.

Төркиәлә никахтар 18 йәштән, ҡайһы бер осраҡтарҙа 17 йәштән рөхсәт ителә. Әммә илдең көнсығышында, ҡалым алыу өсөн, бәлиғ булмағандарҙы ла кейәүгә бирәләр. Кәләш ни тиклем йәшерәк булһа, ҡалым да күберәк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий