Ошо көндәрҙә Британияға көслө “Ангус” штормы ябырылды. Ул үҙе менән тиҙлеге сәғәтенә
130 километрға еткән ел һәм ҡойма ямғырҙар алып килде, шул арҡала ҡайһы бер
урындар һыу аҫтында ҡалды.
Илдең көньяҡ-көнсығышында кешеләр
йәшәгән райондарҙы һыу баҫты, транспорт хәрәкәте, электр тапшырыу линиялары
боҙолдо, меңдәрсә йорт электр утынан мәхрүм ҡалды. Фолкстонда 39 йәшлек ҡатын
стихия ҡорбаны булған - уны ташҡын диңгеҙгә алып киткән. Уэльста бер ир хәбәрһеҙ
юғалған.
Көтөлмәгән ҡаза кешеләргә бик күп ҡыйынлыҡтар тыуҙырған, пландарын боҙған.
“Раштыуаға ейәнемә
бүләктәр әҙерләгәйнем,-ти оло йәштәге ҡатын.-Барыһы ла юҡҡа сыҡты.”
Ирландия һәм Уэльс араһында йөрөгән борамда 100-ҙән ашыу пассажирға бортта
йәнә бер төн ҡунырға тура килде - көслө тулҡындар арҡаһында, портҡа инеү
хәүефле ине.
Комментариев нет:
Отправить комментарий