четверг, 24 ноября 2016 г.

Боливия һыуһыҙлыҡтан сарсай.


Һуңғы 25 йыл эсендәге иң ҡаты ҡоролоҡ арҡаһында, Боливияла дүшәмбенән алып ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Был көньяҡ Америка иленең президенты Эво Моралес Ла-Пас – Ханко Ккота күле сөсө һыу резервуары районында булды. Унан Epsas дәүләт компанияһы, баш ҡаланы тәьмин итеү өсөн, һыу үткәргес һуҙған. Был һыу сығанағын файҙаланған ферма хужалары законһыҙ рәүештә үткәргестән һыу ала башлаған. Президент менән осрашҡанда, улар кире сигенергә йыйынмауы хаҡында белдерҙе. Мәсьәлә шунда: Ла-Пас тирәһендәге өс һыу ятҡылығы ҡороп бөткән тиерлек.

“Ханко Ккота ҡороно,-ти бында йәшәүсе ҡатын.-Һыу юҡ, бик әҙ ҡалған, юҡ тиһәң дә була. Минең бәләкәй улым һыу һорай, ә ул ҡороп бара.”

125 мең ғаилә ҡоролоҡтан интегә, шуға күрә властар эсәр һыуҙы нормалап бирә башлаған. Хатта мәктәптәрҙе лә, ауырыуҙар таралып китмәһен өсөн, ике аҙнаға алда ябырға ҡарар иткәндәр.

“Беҙ өс аҙнанан ашыу һыуһыҙ ултырабыҙ,-ти мәктәп директоры.-Балалар өсөн беҙ тау һыуын ғына ҡуллана алабыҙ.”

Ике аҙна элек индерелгән сикләүҙәр Ла-Пас халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыла, ә был - 340 мең кеше. Бигерәк тә ныҡ зыян күргән райондар халҡы, коммуналь хеҙмәтендәгеләрҙе ришүәт алыуҙа, хөкүмәтте барыһын да алдан күрә белмәүҙә ғәйепләп, ҡаршылыҡ акцияларына сыға.

”Һыу дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, кесе йома, йома булманы, ә уның өсөн аҡсаны күп итеп алалар,-тип асыулана бер ҡатын.-Дүшәмбе һыуҙы 10-20 минутҡа бирҙеләр, тик ул шул ҡәҙәр бысраҡ, һап-һары. Беҙ хәҙер шул бысраҡ һыуҙы эсәбеҙ.”

 Тәнҡит уты аҫтында ҡалған Моралес ғәйептең бер өлөшөн һыу ресурстары идаралығы ойошмаһы чиновниктарына ауҙарҙы:

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу ресустары менән идара итеүсе Ersas компанияһы буласаҡ көрсөк хаҡында беҙҙе иҫкәртмәне. Мин танмайым, беҙҙең дә ғәйеп бар, шуға күрә Ла-Пас халҡынан ғәфү үтенәм.”

1970 йылдан бирле, климат үҙгәреүе арҡаһында, Боливия боҙлоҡтары 30-50 процентҡа кәмегән, ә улар илдең мөһим һыу сығанаҡтары. Белгестәр фекеренсә, Ла-Пасты һыу менән тәьмин иткән ике боҙлоҡ 2030 йылда бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий