пятница, 25 ноября 2016 г.

Франция: Фийон - телебәхәстәр еңеүсеһе.


 Рәсәй йәнә һайлау алды бәхәстәре темаһына әүерелде – был юлы инде Франция президенты посына дәғүә итеүселәр араһында. Уң үҙәктәрҙең кандидатын билдәләүсе праймериздың икенсе туры алдынан Аллен Жюппе Владимир Путиндың Франсуа Фийонды яҡлауына аптырауын белдерҙе. (Рәсәй президенты праймериздың тәүге турында Фийондың еңеүенә комментарий биреп, уны “үҙ ҡарашын ныҡлы яҡлай белгән юғары профессонал”тип атағайны.) 

"Франциялағы һайлау алды дебаттары һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй президенты үҙ кандидатын һайлай - бындай хәл,  уйлауымса, булғаны юҡ ине әле.”-тип белдерҙе Жюппе. “Һеҙҙе был шаҡ ҡатырҙымы?” тигән һорауға ул былай тип яуап бирҙе:  “Эйе, нисектер был мине аптыратты.”

Фийон, яуап итеп, Рәсәй президенты менән икеһе лә премьер-министр саҡта осрашыуҙарын әйтеп үтте, һуңғы йылдарҙағы Париждың Мәскәүгә ҡарата сәйәсәтен “уңышһыҙ” тип атаны һәм диалог яҡлы булыуын белдерҙе:

“Мин, американлыларҙың ризалығын көтмәйенсә, рустар менән бер өҫтәл артына ултырып һөйләшергә һәм, ышаныс булдыра алмаған хәлдә лә, Рәсәй менән Европа араһында бәйләнеш булдырырға теләйем.”

Украина тураһында һүҙ сыҡҡас, ике сәйәсмән дә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын өнәмәүен белдерҙе, әммә, санкцияларҙы дауам итеү яҡлы булған Жюппенан айырмалы рәүештә, Фийон, Косово миҫалындағы һымаҡ, мәсьәләне һөйләшеүҙәр ярҙамында хәл итеү яҡлы.

Иҡтисадта Франсуа Фион бизнесты яҡлауға нигеҙләнгән һәм предприятиелар өсөн һалым йөгөн еңеләйтерҙәй либераль программа тәҡдим итте:

 “Бындай программа менән,-тип иҫәпләй ул,-хәлдәрҙе яйға һалырға, 5 йыл эсендә эшһеҙлекте кәметергә, 10 йыл эсендә Францияны Европаның иң ҡеүәтле иленә әүерелдерергә мөмкин.”

Реформалар кәрәклеген Жюппе ла инҡар итмәй, тик шулай тип өҫтәй:

 “Францияға тәүге нәүбәттә реформаларға, кешеләрҙе бөлгөнлөккә төшөрөрҙәй түгел, ышанысын аҡларлыҡ реформаларға йөҙ тотҡан көслө президент кәрәк.”

Социологик һорашыу мәғлүмәттәре буйынса, телевизор ҡараусылар  Францияның элекке ике премьер-министры араһындағы дебаттарҙа Франсуа Фийонды инандырырлыҡ фекер йөрөтә тип тапты.

 Праймериздың икенсе туры ошо йәкшәмбелә - 27 ноябрҙә буласаҡ.




Комментариев нет:

Отправить комментарий