Һуңғы көндәрҙә
фәнни йәмәғәтселек климат үҙгәреүе тураһында өс доклад баҫтырып сығарҙы.
Стокгольмдың тирә-яҡ мөхит институты Арктика климаты
үҙгәреүенә борсола. Унда төп 19 үҙгәреш һанағандар. Ә булып үткән йәки буласаҡ
был үҙгәрештәр бөтә планета экосистемаһына кире йоғонто яһаясаҡ:
-Арктика бөтә планета менән, бигерәк тә климат
йәһәтенән, беҙ уйлағандан күпкә тығыҙ бәйләнгән. Арктикаға йоғонто яһаған
климаттың үҙгәреүе - йылылыҡтың артыуы, парник газдары - һәммәһе лә үҙебеҙгә
кире ҡайтасаҡ.
Диңгеҙҙең йылыныуы арҡаһында, уҙған йыл Антарктикала
ғәләмәт ҙур айсберг барлыҡҡа килгән – быны Огайо университетында асыҡлағандар.
Ғалимдарҙың мәғлүмәттәре буйынса, Амундсен
ҡултығындағы боҙлоҡ нигеҙендә ҙур ярыҡ барлыҡҡа килгән: йылы диңгеҙ унда
ҡыуышлыҡ яһаған һәм ул бер нисә йыл буйы бик тиҙ киңәйгән. Һөҙөмтәлә майҙаны 582
км² булған боҙлоҡ аҡтарылып киткән.
Йылый барған диңгеҙҙә мәрйендәр ҙә үлә – Австралия ғалимдары
үтеп барған ошо йылда Ҙур барьер рифының бығаса күрелмәгәнсә емерелеүен теркәгән.
Мәҫәлән, рифтың төньяҡ өлөшөндә полиптарҙың өстән ике өлөшө һәләк булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий