Колумбия сенаты (парламенттың
юғары палатаһы) хөкүмәт һәм Колумбияның революцион көстәре төркөмө араһындағы
тыныслыҡ тураһындағы яңы килешеүҙе раҫланы. 75 депутат уны хупланы, ҡаршылар
булманы.
24 ноябрҙә яңы килешеүгә
Колумбия президенты Хуан Мануэль Сантос һәм Революцион ҡораллы көстәр башлығы Родриго
Лондоньо Эчеверри ҡул ҡуя. Был хәл беренсе документ октябрҙәге референдум
һөҙөмтәләре буйынса кире ҡағылғас була. Сантос ул саҡта еңелеүен таный һәм баш
күтәреүселәр менән килешеүҙе тәҡитләгән оппозиция көстәре менән диалог башлай.
Тексҡа үҙгәрештәр индерелә. Хәҙер инде документты Вәкилдәр палатаһы (парламенттың
түбәнге палатаһы) раҫларға тейеш.
Колумбия властары
һәм Колумбияның революцион көстәре араһында конфликт 1960 йылда башлана. 200
меңдән ашыу кеше уның ҡорбаны була, ә ҡасаҡтар һаны бер нисә миллионға етә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий