четверг, 1 декабря 2016 г.

Көнбайыш Рәсәйҙе Сүриә өсөн тәнҡитләй, ә Мәскәү Мосулға күрһәтә.


БМО Сүриә конфликтында ҡатнашыусыларҙы тыныс халыҡ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙа ғәйепләй. Гуманитар мәсьәләләр буйынса ойошма генераль секретары Стивен О‘Брайан, яҡтар, бер нәмәгә ҡарамай еңергә тырышып, хәрби хәрәкәттәр ҡағиҙәләрен боҙа, тип бара. Чиновник видеобәйләнеш аша БМО Именлек Советы азалары алдында сығыш яһаны. Франция, Британия һәм АҠШ вәкилдәре, Рәсәй Алеппо буйынса Именлек Советының сәйәси ҡарараҙарына кәртә ҡуя, тип ғәйепләне.

Стивен О‘Брайан, гуманитар мәсьәләр буйынса БМО генераль секретарь урынбаҫары:

“Кешелеклелек хаҡына, Көнсығыш Алеппоның ҡамалған райондары ҙур ҡәберлеккә әйләнмәҫ борон, халыҡты яҡлау маҡсатында, унда үтеп инеү юлдарын асырға саҡырабыҙ, инәлеп һорайбыҙ.”

Әммә Мәскәү шуны белдерә: көнсығыш Алеппоның төньяҡ райондары азат ителгәс, Франция ла, Британия ла, АҠШ та, БМО үҙе лә азат ителгән халыҡҡа ярҙам күрһәтеү ниәте менән мөрәжәғәт итмәгән. Ә бит улар ошоғаса боевиктар биләгән райондарға гуманитар колонна индереүҙе талап итеп даими мөрәжәғәт итте.

Рәсәйҙең БМО-лағы даими вәкиле Чуркин БМО-ла Алеппо мәсьәләһен тикшереү - Мосулды яулау барышында булған нәмәләрҙән иғтибарҙы ситкә йүнәлтергә маташыу, ә унда хәлдәр күпкә ауырыраҡ тип белдерҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий