четверг, 1 декабря 2016 г.

Руанда геноцид өсөн француз генералдарын яуаплылыҡҡа тарттырырға ниәтләй.


 1994 йылдағы геноцидҡа ҡыҫылыштары булғаны өсөн,  Руанда 
француздарҙың юғары пост биләгән 20 хәрби хеҙмәткәрен яуаплылыҡҡа тарттырырға ниәтләй. Ғәйепле тип шик аҫтына алынғандар араһында бер нисә генерал, шулар иҫәбендә Бишенсе республиканың элекке Генштаб башлығы Жак Ланскад та бар. Руанда прокуратураһы тикшереү башлаған һәм рәсми Париждың ярҙамына өмөт бағлай. Руанданың надзор ведомствоһы башлығы Ричард Мухмуза француз чиновниктары менән был темаға ике аҙна буйы консультациялар алып барыуы тураһында хәбәр итте.

Руанда властары, француз хәрбиҙәре геноцид әҙерләнеүе хаҡында белгән, үлтерештә ҡатнашыусыларҙы өйрәтеү менән шөғөлләнгән, тип бара. Ике аҙна элек Франция оборона министры быны “ялған” тип атаны.

Әммә шул билдәле: 90-сы йылдар башында Париж Жювенал Хабиариман етәкселегендәге хуту ваҡытлы хөкүмәтен үҙенең союздашы тип иҫәпләгән. 100 көн эсендә илдәге был бик ҙур милләт вәкилдәре 800 мең самаһы тутси халҡын үлтергән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий