пятница, 2 декабря 2016 г.

Рәсәй дуҫтар эҙләй: Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәте.


 Рәсәй президенты Владимир Путин кесаҙна көн Федераль йыйылышҡа йыл һайын була торған мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Үҙенең телмәрендә ул, Рәсәй союздашар эҙләй һәм, АҠШ-тың яңы администрацияһын да индереп, хеҙмәттәшлеккә әҙер, тип белдерҙе. Айырым алғанда, дәүләт башлығы Ҡушма Штаттарҙы халыҡ-ара терроризмға ҡаршы бергәләп көрәшергә саҡырҙы:

 “Беҙ берәүгә лә ҡаршы булырға теләмәйбеҙ, беҙгә ул кәрәкмәй - беҙгә лә, партнерҙарыбыҙға ла, халыҡ-ара йәмәғәтселеккә лә. Рәсәйҙе дошман итеп күргән сит илдәрҙәге ҡайһы бер коллегаларыбыҙҙан айырмалы рәүештә, беҙ дошман эҙләмәйбеҙ һәм эҙләмәнек тә. Беҙгә дуҫтар кәрәк,”-тип белдерҙе Путин.

АҠШ-та власҡа Дональд Трамп килгәндән һуң, Ҡушма Штаттар менән хеҙмәттәшлеккә ҡарата Рәсәйҙең ҡарашы ла үҙгәрҙе. АҠШ төп “тышҡы дошмандан” мөһим сит ил партнерына әүрелә һәм уның менән һәйбәт мөнәсәбәттәр, президент фекеренсә, “бөтә донъя” мәнфәғәтенә яуап бирә.

“Беҙ Американың яңы администрацияһы менән дә хеҙмәттәшлеккә әҙер. Тиң хоҡуҡлы һәм ике яҡҡа ла файҙалы нигеҙҙә мөнәсәбәттәрҙе нормалләштереү һәм үҫтереү мөһим. Глобаль һәм региональ проблемаларҙы хәл итеүҙә Рәсәй һәм АҠШ хеҙмәттәшлеге бөтә донъя мәнфәғәтенә яуап бирә,”-тип иҫәпләй Рәсәй башлығы.



Комментариев нет:

Отправить комментарий