понедельник, 28 ноября 2016 г.

Фийон – француз республиканлыларының рәсми кандидаты.


 Франсуа Фийон француздарҙың уң үҙәк “Республиканлылар фирҡәһенән президентлыҡҡа кандидат булды. Фирҡә праймериздарында иң артта килеүсе тип иҫәпләнгән элекке премьер тәүәккәл рәүештә дәғүәселәрен уҙып китте.

Аналитиктар фекеренсә, тотанаҡлы Фийон ватандаштарының кәйефен яҡшыраҡ тойған, һайлаусылар уның йөҙөндә Шарль де Голь стилендәге “уңдарҙың” традицион ҡиммәттәре кәүҙәләнешен күрә:

-Минеңсә, ул классик уңдарҙың өлгөһө, заманса варианты. Европала уларға, мәҫәлән, Дэвид Кэмерон инә. Был бик ҡыҙыҡ күренеш.

-Кампания барышында ул алда килеүе ихтимал, тик уға үҙен күрһәтергә кәрәк әле.

-Һулдарҙың праймеризы, минеңсә, ҡыйыныраҡ булыр, шуға күрә уларҙың үҙҙәрен нисегерәк күрһәтеүен көтәйек әле.

Йәнә күҙәтеүселәр шуны һыҙыҡ өҫтөнә ала: Фийон - уңдарҙың Рәсәй яҡлы сәйәсмәндәренең береһе. Яҙ көндәрендә үк ул Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы юҡ итеү өсөн тауыш бирә, Мәскәү менән диалогтың мөһимлеген әйтә килә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий