Англияның Футбол
ассоциацияһы балаларҙы көсләү факттарын тикшерә башлаған. 20-нән ашыу юниор
элек ошондай осраҡтар булыуы хаҡында ассоциацияға ғаризалар менән мөрәжәғәт
иткән. Әлегә «Блэкпул», «Манчестер Сити», «Сток Сити», «Лидс Юнайтед» һәм
«Ньюкасл Юнайтед» клубтарында бала-сағаны мыҫҡыл итеү хаҡында һүҙ бара.
Тикшереүҙе башлаусылар бер нәмәгә шикләнмәй:
хәбәр йәмәғәтселектә яңғыраш алғандан һуң, йәштәр командаларының байтаҡ элекке
уйынсылары бындай осраҡтар хаҡында белдереү яһаясаҡ.
Джейсон Данфорд,
футбол буйынса йәштәр командаһының элекке уйынсыһы:
“Минең уйымса, бында осраҡтар йөҙҙән, хатта меңдән
ашыуы мөмкин. Был айсбергтың өҫкө өлөшө генә. Ләкин беҙ кешеләрҙең хаҡты
һөйләүенә мохтажбыҙ. Ил барыһын да белергә тейеш. Бығаса былар сер булып килде.
Футбол клубтары етәкселәре ундай халдәрҙе йәмәғәтселектән йәшерҙе.
Был уларҙың бәләкәй генә сере ине. Ә аҙаҡ шул
асыҡланды: бөтә төньяҡ-көнбайыш Англияла, ә, бәлки, бөтә ил эсендә лә тотош
педофилдар селтәре йәшәп килә”.
Англия Футбол
ассоциацияһы эсендә алып барылған тикшереүгә рәсми властар ҙа ҡушылған. Йәш
футболсыларҙың белдереүҙәренән һуң, Скотланд-Ярд һәм Хэмпшир, Нортумберленд,
Чешир графстволары полицияһы ла тәфтиш ҡыла башлауы тураһында хәбәр иткән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий