понедельник, 28 ноября 2016 г.

Алеппо өсөн алыш: баш күтәреүселәрҙең 2012 йылдан бирле иң ҙур еңелеүе.


Дүшәмбе көн Сүриә ғәскәрҙәре 2012 йылда ҡораллы оппозиция баҫып алған, стратегия йәһәтенән мөһим булған Әс-Сәхур һәм көнсығыштағы башҡа кварталдар өҫтөнән үҙ контролен булдырған. Күҙәтеүселәрҙең баһалауы буйынса, Бәшәр Асад дошмандарының иң ҙур еңелеүе был - ике көн эсендә улар контроле аҫтындағы ҡала территорияһының өстән бер өлөшө хөкүмәт көстәре ҡулына күкән. Операцияла ҡатнашҡан курд үҙоборона отрядтары Бустан-әл-Баша районын үҙ контроле аҫтына алған.

Сүриә армияһы, Көнсығыш Алеппоны төньяҡ һәм көньяҡ зонаға айырып, төньяҡ өлөшөн тулыһынса тиерлек яулап алған. Рәсәй Ҡаршы яҡтарҙы килештереү үҙәге хәбәр итеүенсә, оппозицияның йөҙҙән ашыу һуғышсыһы, ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе туҡтатҡан һәм билдәләнгән коридорҙар буйынса көнсығыш райондарҙан киткән.

Шул уҡ сығанаҡтың мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектәрҙә 3 мең тирәһе тыныс халыҡ, уларҙың яртыһы - бала-саға, Көнсығыш Алеппонан китә алған.

Дөйөм алғанда, бер нисә тәүлек эсендә баш күтәреүселәр биләгән райондарҙан Асадҡа тоғро булған көстәр яғына 10 мең самаһы кеше сыҡҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий