Ҡасандыр Фидель
Кастроға Кубаны яуларға ярҙам иткән “Дуҫ” ҡушаматлы Антонио дель Конде, данлыҡлы
“Гранма” яхтаһының элекке хужаһы, бөгөн командантены хәтерләй.
Улар Фидель
инҡилапҡа әҙерләнгәндә осрашалар һәм дуҫлашып китәләр. Дель Конде, ҡорал
һатыусы, үҙ кәмәһенә һуғыш припастары тултыра һәм уны инҡилапсыларға бирә.
“Мин Туспанға
килеп, дуҫтар, иптәштәр барыһын да һөйләп биргәс, телдән ҡалдым. Ул минең
тормошомдо үҙгәртте, Америкала ғына түгел, бөтә донъяла күптәрҙең тормошон
үҙгәртте.
Уның менән 1955
йылда, ҡорал магазинымда таныштыҡ.
Беҙ бергәләп “Гранма”
яхтаһында Кубаға юл тоторға әҙерләндек. Кисә Туспанда ул сәфәрҙең 60 йыллығын
билдәләнек”,-тип һөйләй дель Конде.
Баҡһаң, Кастро
үҙенең Кубаға сәфәре йыллығында вафат булған икән.
Бөгөн яхта Гаванала
Инҡилап музейында тора. Куба Коммунистар фирҡәһе гәзите һәм республиканың бер
провинцияһы уның исемен йөрөтә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий