воскресенье, 27 ноября 2016 г.

Алеппо өсөн алыш: Асад армияһы алға бара.


Сүриәнең хөкүмәт ғәскәрҙәре раҫлауынса, улар баш күтәреүселәр ҡулында булған Алеппоның иң ҙур райондарының береһен үҙ контроле аҫтына алған. Сүриәнең дәүләт телевидениеһы  ҡаланың көнсығышындағы Масакин-Ханан районынан һуңғы отрядтар бәреп сығарылыуы тураһында хәбәр итте. Сүриә армияһының алдағы частары Хәйҙәриә кварталына яҡынлашҡан.

Баш күтәреүселәр ҙә был мәғлүмәтте раҫланы, улар, бомбаға тотоуҙар һәм госпиталдәр юҡлығы арҡаһында, сигенергә мәжбүр булыуҙары хаҡында белдерҙе.

Алеппо өсөн аяуһыҙ алыштар дауам итә. Көнсығыш райондарҙа урынлашып алған баш күтәреүселәр хөкүмәт ғәскәрҙәре контроле аҫтындағы ҡаланың көнбайыш өлөшөн утҡа тота. Һауа ярҙамы менән Сүриә армияһы ҡораллы төркөмдәр контроле аҫтындағы райондарҙы өс өлөшкә бүлергә, ҡамап, ҡорал һалырға мәжбүр итергә уйлай. Һуғыш зонаһында 250 мең самаһы кеше бар.


Кнарик Хачатрян

Комментариев нет:

Отправить комментарий