пятница, 2 декабря 2016 г.

Австралия уҡыусылары тапма биҙгәгенән (малярия) хаҡы 2 доллар ғына торған препарат уйлап тапҡан.


Австралияның Сидней ҡалаһы уҡыусылары тапма биҙгәге һәм ВИЧ вирусын йоҡторған ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡуллланылған препаратты синтезлау менән шөғөлләнгән. Йәш ғалимдарҙың иҫәбе буйынса, уның хаҡы 2 долларҙан артмаҫҡа тейеш. Ә бит “Дараприм” дарыуы үҙе 750 долларға һатыла. Уҡыусылар бындай уңышҡа нисек ирешә алды икән? Уҡыусы Брэндон Ли һөйләй:

 “Тәжрибәләр, хаталар күп булды. Процесс дауам итте. “Дараприм” барлыҡҡа килтереү өсөн, төрлө матдәләрҙе ҡушып, төрлө шарттарҙа һынауҙар үткәрҙек. Ҡайһы саҡ үҙебеҙҙе Америка таулыҡтарынан шыуғандай хис иттек. Беҙ, урта мәктәп уҡыусылары, йәмәғәтселеккә шуны еткерергә теләйбеҙ: ябай уҡыусылар ҙа был препаратты хаҡын осһоҙ итеп эшләй ала.”

“Дараприм”ды эшләүгә бер йыл ваҡыт киткән. Мәктәп проектын Сидней университеты координациялаған. Ғалим Мэт Тодд һөйләй:

 “Беҙ тапма биҙгәге менән көрәш проекты өҫтөндә эшләйбеҙ, был ҡурҡыныс ауырыуҙан яңы дарыуҙар эҙләйбеҙ. Тапма биҙгәге көн һайын 2 000 кешене һәләк итә, уларҙың күбеһе - балалар. Беҙ нимә эшләйбеҙ? Беҙ ҙур фармацевт компаниялары ҡаҙаныштарына таянып эш итәбеҙ, уларҙың асыштарын камиллаштырабыҙ.”

Яңы дарыуҙы һатыуға сығарыу өсөн, уның төп “Дараприм” препаратына тиң булыуын иҫбатларға кәрәк. Уҙған йыл Америка бинесмены Мартин Шкрели “Дараприм”ға хоҡуҡты һатып алған һәм уның хаҡын 13,5 долларҙан 750-гә күтәргән. Әгәр Шкрели һынауҙарҙан баш тартһа, дарыуҙы уйлап табыусылар уны үҙҙәре ойошторорға тейеш була. Ә был иһә миллиондарса долларға барып баҫасаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий