суббота, 3 декабря 2016 г.

Франция: пенсионер электр өсөн 8 000 евро күләмендә счет алған.


Франция төньяғындағы Нормандияла йәшәүсе хаҡлы ялдағы ҡатын электр өсөн шаҡ ҡатырғыс счет алған. Илде электр энергияһы менән төп тәьмин итеүсе EDF компанияһы бәләкәй генә йортта бер үҙе йәшәгән 70 йәшлек ҡатындан 2016 йыл өсөн 8 мең евро күләмендә бурысын түләүҙе талап иткән - был уртаса иҫәптән 10 тапҡыр күп. Компанияла “счетчик күрһәткестәре түбәнәйтелгән” тип аңлатҡандар. Ҡатын ҡулланыусылар йәмғиәтенә мөрәжәғәт иткән.

Йәмғиәт рәйесе белдереүенсә, EDF иҫәбе буйынса сарыф ителгән энергия бер кеше йәшәгән бәләкәй йортто түгел, ҙур магазинды тәьмин итергә етә.


/Баҡһаң, ҡайһы илдә лә коммуналь хеҙмәттәр бер сыбыҡтан һөрөлгән икән./

Комментариев нет:

Отправить комментарий