суббота, 3 декабря 2016 г.

Европол: Раштыуаға бүләк.


Европол (Европа полицияһы агенствоһы) Раштыуаға һәм Яңы йылға ғәҙәти булмаған календарь сығарған. Йыл аҙағына хас булған традицион һүрәттәр урынына календарҙа Европала иң ныҡ эҙләнелгән енәйәтселәрҙең һүрәттәре урынлаштырылған.

Уларҙың һаны 60-тан ашыу. Араларында мутлыҡ оҫталары ла, наркотик һатыусылар ҙа, урлашыусылар ҙа, террористар, көсләүселәр ҙә бар. Күптәре ҡасып йөрөй. Календарҙа 23 бик ҡурҡыныс енәйәтсе лә урын алған.

 Агенствола шуны һыҙыҡ өҫтөнә алалар: Европол ғына түгел, зыян күреүселәр, шулай уҡ уларҙың дуҫтары һәм туғандары ла ярҙам һорай. “Енәйәтселәрҙе тотоу һәм байрамдарҙы имен итеү өсөн, әйҙәгеҙ бергәләп эшләйек,”-тип өндәй Европол.

1 декабрь көндө Европол сығышы менән Австриянан булған енәйәтсене - 60 йәшлек Тибор Фоконы эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Был ир 21 йыл инде хөкөмдән ҡасып йөрөй. 1986 йылдың мартында ул фәхишәне үлтергән һәм ғүмерлеккә төрмәгә ултыртылған, әммә 1995 йылда ҡаса алған. Фоконы тоторға ярҙам иткән мәғлүмәт өсөн Европол 2900 евро вәғәҙә итә.

Ойошмала халыҡ ярҙамына мохтаж булыуҙары хаҡында һөйләйҙәр. Ғинуарҙа веб-сайттары асылғандан һуң, 24 енәйәтсе тотолған. Европол шуларҙың 9-ын ҡулға алыуҙы киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәтселек ярҙамы менән бәйләй. “Был ҡасҡындарҙың ҡайһы берҙәрен ҡулға алып, халыҡҡа яҡшы Раштыуа бүләге эшләй алырбыҙ тип уйлайым,”-ти агенство вәкиле.

Европол (Europol)- Европа Союзының полиция хеҙмәте, штаб-фатиры Гаагала урынлашҡан. Уның төп бурысы - халыҡ-ара ойошҡан енәйәтселек менән көрәштә милли хеҙмәттәрҙең эшен координациялау һәм милли полиция хеҙмәттәре араһында мәғлүмәт менән алмашыуҙы яҡшыртыу. Эштәренең төп йүнәлеше - терроризм, легаль булмаған ҡорал сауҙаһы, наркотик һатыусылар, балалар порнографияһы һәм харам аҡсалар менән көрәш. Европол ЕС-тың бөтә 28 ил-ағзаһының полиция хеҙмәттәре эшен координациялай.




Комментариев нет:

Отправить комментарий