воскресенье, 4 декабря 2016 г.

Эрдоган Путинға сауҙаны һумдарҙа һәм лирала алып барырға тәҡдим итә.


Рәжәп Тайип Эрдоган Владимир Путинға ике ил араһындағы сауҙаны милли валютаға күсерергә тәҡдим итеүе хаҡында белдерҙе. Төркиә президенты Ҡытай һәм Иранға ла шундай тәҡдим яһамаҡсы.

Төркиә Рәсәй менән сауҙала иҫәп-хисапты милли валюталарға күсермәксе. Был турала ул шәмбе көн 3 декабрҙә Стамбулдағы сауҙа үҙәген асыу тантанаһында белдерҙе. Төрөк лидеры Рәсәй президенты Владимир Путинға был тәҡлимде еткереүе тураһында асыҡлап әйтте.

”Мин Путинға шуны тәҡдим иттем: әйҙә, сауҙаны үҙ валютабыҙҙа алып барайыҡ. Һеҙҙән һатып алған нәмәләр өсөн мин һумдар менән түләйәсәкмен, ә һеҙ беҙҙән һатып алған нәмәләр өсөн төрөк лираһы менән түләйһегеҙ,”-тигән Эрдогандың һүҙҙәрен килтерә Hurriyet Daily News.


Тәҡдимен Рәсәй президенты нисек ҡабул итеүе  тураһында Эрдоган әйтмәне. Быға өҫтәп, Ҡытай һәм Иранға ла шундай уҡ тәҡдим яһауы хаҡында белдерҙе, уны аҡыллы тәҡдим тип баһалағандар.

“Беҙ үҙәк банкыларға тейешле күрһәтмәләр бирҙек һәм үҙ-ара сауҙаны шул рәүешле алып барырға тырышасаҡбыҙ,”-тине Эрдоган.

Төрөк президенты үҙ граждандарын долларҙар менән түгел, лира һәм алтын менән эш итергә саҡырҙы. “Сит ил валютаһын түшәк аҫтында тотҡандар уны лира һәм алтынға алмаштырырға тейеш,”-тине ул.

Комментариев нет:

Отправить комментарий