понедельник, 5 декабря 2016 г.

“Тораташ” нефтте туҡтатты.


Сиу индеецтары еңеүҙәрен байрам итә: АҠШ властары ҡәбилә ерҙәре аҫтынан үтәсәк нефть үткәргесте һалыуҙы туҡтатты.

Магисталь Төньяҡ Дакота сланец нефтен Иллинойстағы нефть эшкәртеү заводына алып барырға тейеш булған.

Хәҙер проект өҫтөндә эшләгән АҠШ армияһының Инженер корпусы, эште туҡтатып, уның тирә-яҡ мөхиткә янау-янамауын йәнә тикшерәсәк.

“Тораташ” ҡәбиләһе индеецтары һәм тәбиғәтте һаҡлау активистары, полиция менән бәрелешкә инә-инә, бер нисә ай буйы проектҡа ҡаршы сығыш яһаны.


Сиу фекеренсә, төҙөлөш улар өсөн изге булған урындарҙы юҡ итер ине, әммә иң мөһиме - нефть үткәргес Миссури йылғаһы аҫтынан үткәнлектән, һәләкәт була ҡалһа, йылғаның түбән өлөшөндәге миллиондарса кеше һыуһыҙ ҡалыр ине.

Комментариев нет:

Отправить комментарий