суббота, 10 декабря 2016 г.

Мосолман Раштыуала асарбаҡтарҙы үҙ ресторанында һыйлай.


Лондон янында рестораны булған мосолман оло йәштәгеләрҙе һәм асарбаҡтарҙы Раштыуа ваҡытында үҙендә бушлай ашап сығырға саҡырған. Британия баш ҡалаһының көньяҡ-көнсығышында, Сидкапта урынлашҡан Shish рестораны социаль селтәрҙә иғлан-саҡырыу баҫтырған:

 “Зинһар, Раштыуала яңғыҙ ҡалғандар булмауына беҙҙе ышандырығыҙ.”

Яуап итеп, Сара исемле берәү “Твиттер”ға былай тип яҙған:


 “Мин Сидкаптан алыҫ йәшәйем, әммә һеҙҙең изге ниәтегеҙ мине һәм ғаиләмде тулҡынландырҙы, беҙ мотлаҡ һеҙҙең ресторанға киләсәкбеҙ.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий