воскресенье, 11 декабря 2016 г.

АҠШ һәм Европа Ҡытайҙы бик талапсан булмаҫҡа өндәй.


АҠШ һәм Европа илдәре власть  вәкилдәре Ҡытайҙы сит илдәрҙән индерелгән аҙыҡ-түлек именлеген яйға һалыусы законды ҡабул итмәҫкә саҡыра – был турала Reuters агенствоһы хәбәр итә. Баҙарҙа ҡатнашыусыларҙы бер нәмә борсой: закон донъяла икенсе урында торған иҡтисадҡа миллиардтарса доллар торған аҙыҡ-түлек индереүгә кәртә буласаҡ һәм ул макарондан алып кофеға ҡәҙәр һаҡлау срогы оҙайлы булған продукттарға ҡағыласаҡ.

Яңы ҡағиҙәгә ярашлы киләһе йылдың октябренән алып бөтә сит илдән индерелгән аҙыҡ-түлек тауарҙарының именлек сертификаты булырға тейеш.

Талаптар тиҙ боҙолған тауарҙарға, мәҫәлән, ит һәм һөт аҙыҡтарына ғына сертификаттары булған Европа һәм Американыҡынан күпкә ҡаты буласаҡ.

Ҡытайҙа эшләгән сит ил тәьминәтселәре белдереүенсә, закон логистикала проблемалар тыуҙырыуы һәм сығымдарҙы арттырыуы ихтимал.
Өҫтәүенә Ҡытай аҙыҡ-түлегенә был закон ҡағылмай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий