воскресенье, 11 декабря 2016 г.

20 меңдән ашыу кеше Көнсығыш Алеппонан сыҡты.


Сүриә хөкүмәте контроле аҫтындағы райондарға сыҡҡан кешеләрҙең 7 меңдән ашыуы - балалар. Халыҡ Кәрим-Хун һәм Әл-Махаяр райондары аша һалынған гуманитар коридорҙар аша сыға - был турала Рәсәй оборона министрлығы вәкиле генерал-майор Игорь Конашенков хәбәр итте.

1217 боевик ҡорал һалды, кешеләр гуманитар коридорҙар аша Сүриә властары контроле аҫтындағы райондарға туҡтауһыҙ ағыла. Бөгөн Алеппо ҡалаһының 93 проценты Сүриә властары контроле аҫтында. Һуңғы бер нисә ай буйы Алеппоға гуманитар ярҙам ебәрергә атлығып торғандарҙың һәммәһенә лә мөрәжәғәт итәбеҙ. Һуңғы ике тәүлек эсендә Рәсәй килешеү үҙәге Алеппоның көнсығыш райондарынан 50 мең самаһы кешене сығарҙы, улар һеҙ вәғәҙә иткән гуманитар ярҙамға мохтаж,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Игорь Конашенков.

Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, азат ителгән кварталдарҙа завод, мәктәп, мәсеттәр миналарҙан таҙартыла. Халыҡ сығарылған мәлдә Сүриә ғәскәрҙәрҙе һөжүмде туҡтатып торҙо. Көнсығыш Алеппо 4 йыл буйы баш күтәргән төркөмдәр ҡулында булды. Бынан алда Сүриә президенты Бәшәр Асад ҡаланы азат итеү 300 меңдән ашыу ғүмерҙе өҙгән конфликттың боролошло мәле буласағы хаҡында белдергәйне.



Комментариев нет:

Отправить комментарий