понедельник, 12 декабря 2016 г.

Йәмән: тыныслыҡ хаҡында һөйләшеүҙәр граждандар һуғышына сик ҡуйырмы?


 Йәмән властары вәкилдәре һәм баш күтәргән хоуситтарҙың “Дөйөм халыҡ конгресы” фирҡәһе, 15 декабрҙә буласаҡ тыныслыҡ һөйләшеүендә ҡатнашыу өсөн, Женеваға йыйыла. Дүшәмбенән Йәмәндә бер аҙнаға һуғыштар туҡтатылып торасаҡ. Тыныслыҡ аҙнаһы халыҡҡа бик тә кәрәк булған гуманитар ярҙам ебәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Һөйләшеүҙәр барышында беҙ гуманитар ярҙамға һәм утты туҡтатыуға айырым иғтибар бүләсәкбеҙ. Аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар Йәмәндең бөтә территорияһына барып етергә тейеш. Женеваға өмөт һәм ышаныс менән юл тотабыҙ, был юлы беҙ етди рәүештә килешеүгә өмөт итәбеҙ,”-ти Йәмән сит ил эштәре министры Әбдел-Малик әл-Мекхлафи.


Йома көн Йәмән премьер-министры Халид Бахах 8 ай эсендә 6 000 кешенең ғүмерен өҙгән, илдең инфраструктураһын һәм иҡтисадын емергән граждандар һуғышына нөктә ҡуйырға ҡарар итеүе тураһында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий