вторник, 13 декабря 2016 г.

Каталония депутаттары Испания короле портретын йыртты.


Каталония регионы парламентының 7 депутаты камералар алдында Испания короле Фелипе Алтынсының портретын йыртып ташланы. Ошо рәүешле улар 11 сентябрҙә (Каталонияның Милли көнөндә) Барселонала, монархтың фотоларын яндырып, аҙаҡ судҡа барыуҙан баш тартҡан 5 егеттең ҡулға алыныуына ҡаршы булыуын белдерҙе.

“Беҙҙә ҡурҡыу ҙа, король дә юҡ. Хөкүмәттең диалог хаҡындағы тәҡдимен беҙ аңланыҡ: бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һул көстәргә ҡаршы ҡаты ҡул. Беҙ яуап ебәрәбеҙ: Испания хөкүмәте лә, эске эштәр министрлығы ла референдумды юҡҡа сығара алмай,”-тип белдерҙе депутаттар.

13 ноябрҙә 80 мең кеше, Мадридтың Каталония сәйәсмәндәрен эҙәрлекләүенә ҡаршылыҡ йөҙөнән Барселона урамдарына сыҡҡайны.


Каталонияның ҡайһы бер сәйәсмәндәре, хөкөм ҡарарына ҡарамаҫтан 2014 йылда автономиялы өлкәнең бойондороҡһоҙлоғо хаҡында һорашыуҙар ойоштороуы өсөн, суд алдына баҫты йәки баҫасаҡ. 2 миллиондан ашыу каталонлы тауыш биреүҙә ҡатнашты, шуларҙың 80 проценттан ашыуы Каталонияның Испаниянан айырылыуын яҡлап сыҡты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий