БМО-лағы Рәсәйҙең
даими вәкиле Виталий Чуркин Именлек Советы ултырышында Алеппоны алыу операцияһы
тамамланыуы һәм кешеләр үҙ йорттарында ҡала алыуы тураһында белдерҙе. Шуға
ҡарамаҫтан шишәмбе иртән меңдәрсә кеше бер нисә кварталда ғына баш күтәргән
ҡораллы төркөмдәр ҡалған ҡаланың көнсығыш райондарын ташлап китте. Хәрби
хәрәкәттәр тамамланғас, емерелгән донъяларын тергеҙеү өсөн кешеләргә ярҙам
кәрәк буласаҡ.
“Көнсығыш Алеппола
хәрби хәрәкәттәр тамамланды,-тип белдерҙе Нью-Йоркта В.Чуркин.-Утты туҡтатыу,
махсус гуманитар операциялар хаҡында һүҙ алып барыу кәрәкмәй. Сүриә хөкүмәте
көнсығыш Алеппо өҫтөнән контроль булдырҙы. Хәҙер инде практик гуманитар эш
этабы башлана.”
Парижда иһә
оппозиция көстәренән Алеппо ҡала советы рәйесе Брита Хаги Хәсән сығыш яһаны:
“Килешеү ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр
төркөмдәрен дә, Алеппоның тыныс халҡын да үҙ эсенә ала. Был инициативаны
хуплайым, сөнки ул кешеләрҙе яҡлауға мин яуаплы. Был граждандар Сүриә режимы ит
турағысына инеп китмәһен ине тип хафаланам.”
Алеппола БМО
кимәлендә тыныслыҡ булдырылғас, Төркиә күрше Идлибта 80 мең кешелек гуманитар
лагерь төҙөүе хаҡында белдерҙе. Алеппонан унда Сүриә оппозицияһы вәкилдәре лә,
граждандар ҙа килә ала.
Комментариев нет:
Отправить комментарий