четверг, 15 декабря 2016 г.

Сүриә властары: Төп маҡсат - тыныс халыҡтың именлеге.


Алеппоның көнсығыш кварталдарындағы тыныс халыҡтың хәле донъя йәмәғәтселегенең иғтибар үҙәгендә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, иртән иртүк 5 мең самаһы оппозиция ҡораллы көстәре ағзаларын ғаиләләре менән эвакуациялай башлағандар. Рәсәй оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ҡаланың Сүриә хәрбиҙәре ҡамаған райондарынан сығарыу өсөн, 21 километрға һуҙылған гуманитар коридор асылған.

 “Беҙҙең алда бер генә маҡсат - ҡораллы боевиктарҙың түгел, тыныс халыҡтың именлеген тәьмин итеү. Тыныс халыҡ имен-аман сыға алһын өсөн, беҙ уларҙы яҡларға, һаҡларға тырышасаҡбыҙ,”-тине Сүриә милли килешеү эштәре министры Али Хәйҙәр.

10 Халыҡ-ара Ҡыҙыл тәре тиҙ ярҙам машинаһы яралыларҙы ташый. Алеппоға БМО машиналары ла юл тота. Әл-Әмириә кварталына 20 автобустан торған колонна китте. Эвакуация Сүриә властары һәм оппозиция араһындағы килешеүгә ярашлы атҡарыла. Тулыһынса контролгә алынған Алеппонан 85 мең кеше сығарылған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий