пятница, 16 декабря 2016 г.

Президент Путиндың эте интерью ваҡытында “үҙ һүҙен әйтте”.


Японияға юлға сығыр алдынан Рәсәй президенты Владимир Путин япон журналистарына интерью бирҙе. Осрашыуға ул япондарҙың акита-ину тоҡомло Юмэ ҡушаматлы этен дә алғайны.

Рәсәй Федерацияһы президенты Nippon ТВ-каналы һәм “Ёмиури симбун” гәзите журналистарына интервью бирҙе. 2012 йылда, уның Конни ҡушаматлы лабрадоры үлерҙән алда, Японияның Акито префектураһы Путинға акито-ину көсөгөн бүләк иткәйне.

Юмэ муйынсаҡһыҙ көйө шым ғына япон журналистары булған бүлмәгә инде. Японияла акита тоҡомло эттәргә ышаныс менән ҡарайҙар, сөнки улар хужаларына тоғро. Фотоаппараттарҙың ялт-йолт килеүе ҡаушаттымы - Юмэ мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәрҙәренә ныҡ итеп өрә башланы. Путин уға үҙ һүҙен әйтергә” мөмкинлек бирҙе, аҙаҡ, дәртләндереү өсөн һыйлағас, эттең бер нисә һөнәрен күрһәтте.

”Юмэның бәхетле, һәйбәт формала булыуына шатландыҡ. Шулай ҙа осрашыу башында беҙгә өрөүе бер аҙ һағайтты, хатта ҡурҡытты,”-тип аңлатты япон журналистарының береһе.

10 йыл элек Сочиҙа Германия канцлеры Ангела Меркель менән осрашыу ваҡтында резиденция залына килеп ингән Конни ҡушаматлы ҡара лабрадорын фотоаппарат объективтары аҫтында Владимир Путин иркәләп алғайны. Протокол бүлеге хеҙмәткәрҙәре Рәсәй президентын Меркелдең эттәрҙәр ҡурҡыңҡырауын еткерергә тырышҡайны.



Комментариев нет:

Отправить комментарий