пятница, 16 декабря 2016 г.

Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин Японияға килде.


Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин ике көнлөк визит менән Японияға килде. Рәсәй лидеры Япония премьер-министры Синдзо Абэ менән бында һөйләшеүҙәр алып барасаҡ. Сәйәсмәндәр тәүге көндө Хонсю утрауындағы Ямагути префектураһының ҙур булмаған Нагато ҡалаһында үткәрҙе. Йомала, 16 декабрҙә, Путин һәм Абэ Токиолағы уртаҡ сараларҙа ҡатнашасаҡ.

Мәскәү Токио 2014 йылда Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға ҡушылғас хөртәйгән сауҙа-иҡтисад бәйләнештәрен нығытырға һәм сауҙа-иҡтисад бәйләнештәрен үҫтерергә өмөтләнә. Әммә төп мәсьәлә - ярты быуат һүҙ алып барылған тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу. Курил утрауҙарының көньяҡ өлөшө мәсьәләһе быға кәртә булып тора.

Һуғыштан һуң бөтә Курил архипелагы СССР составына инә. Итуруп, Кунашир, Шикотан утрауҙарын һәм кеше йәшәмәгән Хабомаиҙы Япония үҙенеке тип иҫәпләй. Сәфәр алдынан Рәсәй президенты администрацияһы бәхәсле территорияларҙа бергәләп хужалыҡ итеү идеяһы хаҡында һүҙ алып барғайны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий