суббота, 17 декабря 2016 г.

Никахлашыу - өйләнеү..






   ...Ислам динен тотоусы ҡатынды эҙлә, улай эшләмәһәң, бөтә нәмәңде юғалтаһың!” Ул ир кешегә ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы, нәҫеле йәки байлығына ҡарап өйләнмәҫкә бойора. Бынан тыш ҡатын динле, яҡшы нәҫелдән булырға тейеш, сөнки балалар һис шикһеҙ уның әхлаҡ сифаттарын аласаҡ. Шулай уҡ пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ҡыҙға ла динле һәм яҡшы әхлаҡ сифаттарына эйә булған, ҡатын һәм бала хаҡтарын үтәүсе, ғаиләһе тураһында ҡайғыртыусы егетте һайларға ҡушҡан:
     
,,Әгәр янығыҙға һеҙ уның диненән һәм әхлағынан ҡәнәғәт булған кеше ҡыҙығыҙҙы һоратып килһә, ҡыҙҙы уға кейәүгә бирегеҙ. Былай эшләмәһәгеҙ, был фетнәгә һәм боҙоҡлоҡтар таралыуына килтерәсәк.”

       Бынан сығып, Ғүмәр бин әл-Хаттаб радыяллаһү ғәнһүнән улы: “Улы атаһынан нәмә көтөргә хаҡлы?” –тип һорағас, ул: “Ул уға яҡшы әсә табыуын, яҡшы исем биреүен һәм Ҡөрьәнде өйрәтеүен”,-тигән.

        Бала ата-әсәһенең һәм ҡәрҙәштәренең үҙенсәлектәрен ала. Шуға күрә улар балаға йәмғиәттә урын тәьмин итергә һәм уның әхлаҡи һәм генетик паклығын һаҡларға тейеш.

       Динебеҙҙә ғәилә ҡороу сөннәт үә никахһыҙ ҡыҙ менән егеттең йәшәүе (сожительство) харам. Пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) әйткән: “Никах - минең сөннәтем, кем шуны инҡар итә беҙҙең (мосолмандар) өммәттән түгел.” Ҡөрьәндә “Нәбә” сүрәһенең 8-енсе аятында Аллаһ Тәғәлә әйткән: “Һеҙҙе парлы итеп яралттыҡ (барлыҡҡа килтерҙек)”. Көндөң төнө, эҫенең һыуығы булған кеүек кеше лә үҙ парын тапҡас өйләнергә - никахлашырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) әйткән:“Ике нәмәне ашыҡтырығыҙ: кеше үлһә - тиҙләтеп ерләгеҙ һәм егет йәки ҡыҙ бәләғәткә ирешһә, тиҙләтеп никахлағыҙ.”
  

Комментариев нет:

Отправить комментарий