суббота, 17 декабря 2016 г.

Иң бөйөк кеше.



       Америка ғалимы Майк Хартнингтың "Тарихта бөйөк кеше" исемле әҫәре  ғәрәп донъяһында ҡупҡан шау-шыуға сәбәпсе булды. Был әҫәрҙә 100 иң бөйөк кеше араһынан иң бөйөгөн компьютер асыҡланы.

          Донъяға килеп киткән иң бөйөк кешеләр араһында иң бөйөгө кем икән? Майк Харт тикшеренеүҙәренең һығымтаһы бындай: ул ошо көнгәсә йәшәп үткән 100 бөйөк кешенең һәләттәрен, ҡараштарын, белемдәрен һәм еңеүҙәрен компьютер хәтеренә индерә һәм инҡар итеп булмаған математик бер  юл менән уларҙың иң ҡөҙрәтлеһен асыҡлай.

          Харт компьютерға кәрәк булған мәғлүмәттәрҙе йыйып бөтөргәнсе бер нисә ай үтте, һәм, ниһайәт, көндәрҙән бер көндө ул кәрәкле төймәгә баҫты.

          Һөҙөмтә ғәжәпләнерлек ине. Компьютер экранында ер йөҙөндәге иң оло кешенең исеме яҙылды: Хәҙрәти Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм!"

          Был һығымта, әлбиттә, ғалимдың коллегаларына оҡшаманы һәм шаҡтай ҡаршылыҡтарға осраны. Ләкин Харт, һығымта миңә бәйле түгел тигәндәй, елкәһен һикертте, компьютерға күрһәтеү менән сикләнде. Һәм үҙе лә, башҡасараҡ һөҙөмтәне өмөт иткәнгәме, уны бер нисә ҡат ҡабатланы һәм тикшереп сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан, экрандағы исем барыбер үҙгәрмәне:


          " Хәҙрәти Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм!"
  

Комментариев нет:

Отправить комментарий