воскресенье, 18 декабря 2016 г.

Ципрас: “Греция пенсионерҙарына премия - көрсөктән дауа.”


Греция премьер-министры һәм Германия канцлеры Берлиндағы осрашыу ваҡытында финанс дисциплинаһын боҙған өсөн кредиторҙарҙың Афинаға ярҙамды туҡтатыуы тураһында һөйләште. Алексис Ципрас пенсионерҙарға премиялар йыл һөҙөмтәләре буйынса бюджет күрһәткестәренең артыуы сәбәпле түләнеүе хаҡында белдерҙе.

Беҙҙеңсә, яуланған иҡтисади үҫеш статистиканы ғына яҡшыртмай, көрсөк һалған яраларҙы дауаларға ла мөмкинлек бирә,-тине Ципрас.-Европа һәм Европа тотороҡлолоғо хаҡына ҙур юғалтыуҙарға дусар булғандарға ярҙам итергә тырышабыҙ.

Раштыуа байрамдары яҡынлашыу менән бәйле Греция закон сығарыусылары аҙ тәьмин ителгән хаҡлы ялдағыларға 617 миллион евро күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие биреүҙе хупланы.

Ангела Меркель быны хупламаны, әммә Ципрастың хәлен аңланы:

Греция премьерының фекере һөйләшеүҙәрҙә билдәле роль уйнаясаҡ,-тине канцлер.-Беҙҙең һөйләшеүҙәр гел генә еңел булманы, әммә һәр саҡ ғәҙел, ихлас һәм һөҙөмтәле булды.

Көн элгәре Афинала хаҡлы ялдағыларҙың ҡаршылыҡ акцияһы үтте. 2010 йылдан башлап тышҡы өс финанс ярҙамы шарттарына ярашлы уҙғарылған ҡаты экономия саралары уларҙың күбеһенең кеҫәһен таҡырайтты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий