четверг, 22 декабря 2016 г.

Румыния хөкүмәтенә мосолман ҡатыны етәкселек итеүе ихтимал.


Румыния хөкүмәтенә тарихта беренсе тапҡыр мосолман ҡатыны етәкселек итеүе ихтимал.

Парламент һайлауҙарында еңгән социал демократтар һәм либералдар союзы Севил Шайдех кандидатураһын күрһәтте. Әле ул региональ үҫеш министрлығында юғары пост биләй, ә уҙған йыл бер арауыҡ ошо ведомствоны етәкләне.


Еңгән фирҡә башлығы Ливиу Драгня премьер посын биләй алмай, сөнки бер нисә йыл элек дөйөм милли референдум үткәргән ваҡыттағы мутлыҡтары өсөн хөкөм ителде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий