пятница, 23 декабря 2016 г.

Үзбәк тирмәһендә.


Был ”Үзбәкстан открыткаһы” беҙгә илдең көнсығышындағы сүллектән килде. Унда урынлашҡан Айҙар күле янында туристар үҙен боронғо заманға ҡайтҡандай тоясаҡ.

Шеймус Керни, euronews:

“Дөйәлә һыбай йөрөү һәм тирмәлә йоҡлау, популяр үзбәк аттракциондары  боронғо замандарға ҡайтып урарға мөмкинлек бирәсәк.”

Туризм үҫешкән һайын, сүллек буйлап сәйәхәттәр популяр була бара. Ҡайһы саҡ сүллектәр араһында тирмәләрҙән торған йәйләүҙәр хасил була - йөҙ йыл улар нисек булһа, улар хәҙер ҙә тап шундай. Юлсыны бында йылы ҡабул итәсәктәр.

“Беҙҙең йәйләүҙә 20 тирмә ти, - “Ҡыҙылҡом сәфәре” компанияһы хеҙмәткәре Вәхит Пирмәтов.-Ҡунаҡтар тәбиғәткә һоҡлана, шулай уҡ милли аҙыҡ-түлектән ауыҙ итә ала. ”

Ябай, әммә уңайлы, эсе ҡулдан һуғылған келәмдәр һәм сағыу япмалар менән биҙәлгән тирмә. Ҡояш батҡанда, йәйләү бигерәк тә һоҡланғыс булып күренә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий