понедельник, 2 января 2017 г.

Тәфрижиййә (Нәрийә) салауаты

 


 

    Был салауатты “Нәрийә” тип атауының сәбәбе “Нәр” (ут) һүҙенән. Быны уҡыған кеше файҙаһын ут тиҙлегендә ала тигән мәғәнәлә. Икенсе исеме “Тәфрижийә”, ғәрәпсәнән “еңеләйтеүсе” тип тәржемә ителә. Шулай уҡ тағы ла “Ҡуртубийә” салауаты тип тә йөрөткәндәр. Сөнки  Әбү-Ғабдуллаһ Мөхәммәд ибн Әбүбәкер ибн Фәрх әл-Әнсари әль-Хазраджи әль-Андалуси әл-Ҡуртуби (671 һижри буйынса үлгән) үҙенең «Әл-Ҡуртуби тафсирендә» яҙып үткән.  Был салауат тураһында шәйех: “Кем берәй ҙур эш ҡылырға уйлаһа йәки бәләнән ҡотолғоһо килһә, дөрөҫ ниәт менән 4444 тапҡыр уҡыһын үә Аллаһынан теләгәнен һораһын. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә, уның ниәтенә ҡарап, доғаһына яуап бирер”.

   Шәйех Мөхәммәд ат-Туниси әйткән: «Кем һәр көн 11 тапҡыр был салауатты әйтһә, уның ризығы (байлығы) ямғыр яуған һымаҡ яуыр, ерҙән килеп сыҡҡан емеш-еләктәр һымаҡ килеп сығырҙар». Был салауатты Аллаһтың хазиналарының береһе тиелгән. Ә уны әйтеү, шул хазиналар һандығына асҡыс. Йәғни, кем был салауатты әйтә, шул хазиналарҙан өлөш ала.

اللَّهُمَّ صَلِّ صَلَاةً كَامِلَةً وَسَلِّمْ سَلَامًا تَآمًّا عَلَى سَيِّدِنَا مُحَمَّدٍ الَّذِى
تَنْحَلُّ بِهِ الْعُقَدُ وَتَنْفَرِجُ بِهِ الْكُرَبُ وَتُقْضَى بِهِ الْحَوَآئِجُ وَتُنَالُ بِهِ الرَّغَآئِبُ
وَحُسْنُ الْخَوَاتِمِ وَيُسْتَسْقَى الْغَمَامُ بِوَجْهِهِ الْكَرِيمِ وَعَلَى آلِهِ وَصَحْبِهِ فِى
كُلِّ لَمْحَةٍ وَنَفَسٍ بِعَدَدِ كُلِّ مَعْلُومٍ لَكَ*
"Аллааһүммә салли саләәтән кәәмиләтән үә сәллим сәләәмән тәәммән ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдинилләҙии тәнхәллү биһил-ғуҡадү үә тәнфәрижү биһил-күрабү үә түҡдаа биһил-хәүәә′ижү үә түнәәлү биһир-рағаа′ибү үә хүснүл-хаүәәтими үә йүстәсҡаль-ғамәмү би үәжһиһил-кәриими үә ғәләә әәлиһи үә сахбиһии фии күлли ләмхәтин үә нәфәсин би ғәдәди күлли мәғлүүмин ләк."
(Аллаһым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдкә камил салауат, тамам рәүештә сәләм еткер. Шулар арҡаһында сиселмәҫ кеүек булған ауырлыҡтар сиселер, ҡайғы һәм хәсрәттәр китер, хәжәттәр үтәлер, маҡсаттарыбыҙға ирешелер, хәйерле эштәрҙең ахыры булыр, Уның рәхмәте менән ямғырҙар яуыр. Уның ғаилә әһелдәренә, сәхәбәләренә һәр миҙгел, һәр тын алыу менән, һәр Үҙеңә генә мәғлүм булған мәхлүҡәттәрең һанынса салауат-сәләмдәрең булһын.)


Комментариев нет:

Отправить комментарий